|
|
|
 Республикабыҙ халҡы өс тантананы бер юлы билдәләне. Рәсәй, Өфө ҡалаһы һәм Салауат Юлаев көндәрен. Баш ҡалабыҙҙа байрам тантаналары Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башланды. Һауа торошоноң насар булыуы ҡамасаулай алманы. Йыр-бейеүҙәр, күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы бәйгеләр – барлыҡ майҙандар шаулап-гөрләп торҙо. Ҡунаҡтар ҙа күп булды. Хәйбулла районы уҡыусылары ла баш ҡалаға байрам күрергә килгән ине (аҫтағы һүрәттә).
|
|
Подробнее...
|
|
«Йәш хәбәрсе» түңәрәгенә 15 уҡыусы йөрөй. Барыһы ла теләп шөғөлләнә. Ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булһа ла, уларҙы әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү берләштерә. Тәүге шиғыр, мәҡәләләрен бергәләп тикшерәбеҙ, кәңәштәр бирәбеҙ. Хәбәрҙәребеҙ ташҡа баҫылһа, бигерәк һөйөнәбеҙ. Быйылғы уҡыу йылында «Йәншишмә» гәзите Ғәзиз Ширийәздәновҡа «Йәш хәбәрсе» исемен бирҙе. Шуға бик шатландыҡ. |
|
Подробнее...
|
|
Рәсәй көнө, Өфө ҡалаһы көнө |
|
Алдағы ял көндәре байрамдарға бай. Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү һәм Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфө көнө. Был көндө хужаларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡайҙа ниндәй саралар көтә? |
|
Подробнее...
|
|
– Кем синыф менән ниндәй матбуғат баҫмаһына яҙыла, улар өсөн шул редакция менән скайп аша һөйләшеү ойошторасаҡбыҙ. – Мәктәп директоры Илсур Рәмил улы Үтәбаев шулай тип дәртләндереп тә ебәргәс, икенселәр уҡытыусылары Миңнур Ҡасимова менән 2011 йылдың икенсе ярты йыллығында «Йәншишмә»не алдырырға булды. Бына көткән көн: Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе баш ҡалала урынлашҡан балалар гәзите редакцияһы менән бәйләнештә! Экранда уларҙы баш мөхәррир үҙе сәләмләй. Икенселәрҙең гәзит тарихы тураһындағы һорауҙарына ихлас яуап бирҙе ул. Үҙҙәре хаҡында ла байтаҡ мәғлүмәт еткерҙе кескәйҙәр. Бик үҙенсәлекле, әүҙем синыф икән. Уҡыу йылын 18 уҡыусының икәүһе – «бишле»гә генә, туғыҙы «дүртле» һәм «бишле»гә тамамлаған.
|
|
Подробнее...
|
|
|
|
|
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>
|
|
Страница 1 из 385 |